11 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2016 йыл, 17:12

Рөстәм Хәмитов «ФосАгро-Төбәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пронин менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ФосАгро-Төбәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пронин менән осрашты. Осрашыу барышында минераль ашламалар етештереү өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Ауыл хужалығы темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим. Мин етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары булһын өсөн күп ваҡытымды бүләм. Был бик ауыр, ҡатмарлы эш, – тине республика Башлығы. – Бер үк ваҡытта ошо эште һеҙҙән, ауыл хужалығын заманса минераль ашламалар, препараттар менән тәьмин итеүселәрҙән башҡа башҡарып сыға алмаясағыбыҙҙы аңлайбыҙ.

Сергей Пронин компанияның төбәктә бизнесты үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләне.

– Беҙ Башҡортостанда минераль ашламаларҙы һатыу буйынса логистик үҙәк һәм компания асырға теләйбеҙ, – тип хәбәр итте «ФосАгро-Төбәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе. – Артабан республика ярҙамында ашлама етештереүсе бәләкәй завод төҙөү мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Беренсенән, бында һорау ҙур. Башҡортостан өсөн генә түгел, эргәлә Татарстан, Урал төбәге, Ырымбур өлкәһе. Предприятиеға килгәндә, бында яҡшы логистика. Республикала – азот, Пермь крайында калий бар, Балаково ҡалаһында – беҙҙең фосфор заводы.

Сергей Пронин һүҙҙәренсә, компания республикала шыйыҡ комплекслы ашлама һатыу менән ҡыҙыҡһына.

«ФосАгро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – донъяла билдәле фосфорлы ашламалар етештереүсе компанияларҙың береһе. Төп йүнәлеше – ашлама, юғары сортлы фосфат сеймалы, шулай уҡ азот ашламалары һәм аммиак етештереү.