5 декабрь, Дүшәмбе

05 февраль 2016 йыл, 16:22

Баш ҡала мәктәптәрендә карантин оҙайтылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Баш ҡаланың дөйөм белем биреү учреждениеларында киҙеүгә һәи киҫкен респиратор вирус инфекцияһына бәйле карантин оҙайтылды. 1-11 класс уҡыусылары бер аҙна инде пландан тыш каникулда.

Өфө мәктәптәрендә карантин 10 февралгә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Сирҙең эпидемик күтәрелеше осоронда күңел асыу һәм спорт сараларын уҙғарырға ярамай.

Мәжбүри ял ваҡытында уҡытыусылар балаларға ситтән тороп өйгә эш бирә.