Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары республиканы ил спортсыларын әҙерләү урыны тип атаны

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Юрий Нагорных Волга буйы федераль округы төбәктәрен, шул иҫәптән Башҡортостанды, ил спортсыларын әҙерләү урыны тип атаны. Юрий Нагорных Өфөлә «Рәсәйҙә спорт резервын әҙерләү өлкәһен норматив-хоҡуҡи көйләүҙең мөһим мәсьәләләре» тип аталған төбәк-ара семинар-кәңәшмәһендә ҡатнаша.

«Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән бөгөнгө осрашыуҙы уҙғарыу идеяһын һәм илдең спорт тармағы алдында торған бурыстарҙы тикшерҙек. Округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектең бөтә структуралары менән бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Ошондай сәйәси ярҙам булғанда бурыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу еңелерәк буласаҡ. Илебеҙҙәге спорттың нисек үҫешәсәге, һис шикһеҙ, уларҙы хәл итеүгә бәйле. Волга буйы федераль округы беҙҙең өсөн мөһим, сөнки тап ошонда Рәсәй спортсыларының ҙур еңеүенә нигеҙ һалына», — тип билдәләне Юрий Нагорных.

Семинар-кәңәшмә Өфөлә ике көн барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть