2 декабрь, Йома

05 февраль 2016 йыл, 15:03

Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән ҡалала рекордлы күләмдә торлаҡ төҙөлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Былтыр Стәрлетамаҡта, Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән ҡалала, рекордлы күләмдә — 118,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 90-дан ашыу шәхси һәм 17 күп фатирлы йорт, 140 һәм 230 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы, өс ҙур күп функциялы сауҙа комплексы файҙаланыуға тапшырылған.

Бөгөн ҡаланың торлаҡ фонды 5 миллион 800 мең квадрат метр тәшкил итә, торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 21,3 квадрат метрҙан тура килә. 1000 урынлыҡ мәктәп төҙөлә, мең уҡыусыға иҫәпләнгән тағы ла бер мәктәп һалырға ниәтләйҙәр. Шахтау ҡасабаһында берләштерелгән мәктәп һәм 340 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү проекты әҙерләнә, тип билдәләнеләр ведомствола.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ