3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2016 йыл, 14:35

Ике көн эсендә республика аграрийҙары биржа сауҙаһында алты мең тоннанан ашыу иген һатҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2 һәм 3 февралдә Башҡортостан аграрийҙары сираттағы биржа сауҙаһында дәүләт фондына 64,260 миллион һумлыҡ 6075 тонна иген һатҡан. Сауҙа дәүләт һатып алыу интервенциялары сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомствоның аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың ноябренән әлеге көнгә тиклем ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр дәүләт интервенция фондына 555,3 миллион һумлыҡ 52785 тонна былтырғы ашлыҡ һатҡан. Аграрийҙар 210,4 миллион һумлыҡ 19305 тонна өсөнсө класлы бойҙай, 336,9 миллионға — 32400 тонна дүртенсе класлы бойҙай, 8 миллионға 1080 тонна өсөнсө класлы арыш һатҡан.