3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2016 йыл, 13:27

Танылған башҡорт йырсыһы — яҙыусы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Бельские просторы» журналының 2016 йылдағы тәүге һанында танылған башҡорт йырсыһы һәм уҡытыусы Вәхит Хызыровтың хикәйәләре донъя күрҙе. «Ауылда шулай...» исеме аҫтында авторҙың рус телендәге 27 ҡыҫҡа хикәйәһе баҫылған. Улар араһында: «Афарин, улым», «Ауылда шулай», «Ағайыңды уятма», «Өфөлә кешеләр һәйбәт», «Улым», «Әҙәпле Ғәлибай», «Христос терелгән!». Һутлы тел менән яҙылған ҡыҫҡа миниатюралар юморға һәм үҙенсәлекле халыҡ әйтемдәренә бай.

«Кешенең хәтер ҡыҫҡа. Мин балалыҡ йылдары тураһында хәтирәләремде һаҡларға теләнем, — тине артист. — Яратҡан яҙыусыларым — Чехов, Зощенко, Шукшин ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса һүрәтләгән. Мин дә иң мөһиме хаҡында яҙырға тырышам».

Коллегалары Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровты юморист булараҡ белә. Әҫәрҙәрен өс йыл элек яҙа башлаған. Былтыр көҙ йырсының Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған юбилей концертына килгән тамашасылар тәүгеләрҙән булып яңы авторҙың прозаһын баһалай алды. 2015 йылда «Ағиҙел» журналында башҡорт телендә 14 мауыҡтырғыс әҫәр баҫылды. Тиҙҙән Вәхит Хызыров «Улым» исемле китабында үҙенең хикәйәләрен баҫтырырға ниәтләй.