9 декабрь, Йома

05 февраль 2016 йыл, 12:19

Рөстәм Хәмитов «ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вәғит Алекперов менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 4 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вәғит Алекперов менән осрашты.  Осрашыу барышында төбәктә компанияның эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

– Эшебеҙгә килгәндә, күләм йәһәтенән юғары кимәлдә булмаһа ла, уңышлы. Ә бына үҙ-ара ярҙам күрһәткестәре буйынса беҙ яҡшы кимәлдә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә берлектәге эште артабан нисек үҫтереү хаҡында уйларға кәрәк.

Вәғит Алекперов, үҙ сиратында, Өфөлә Рәсәйҙең туғыҙ төбәген үҙ эсенә алған нефть продукттарын һатыу үҙәге булдырылыуы тураһында хәбәр итте.

– Үҙәкте бында астыҡ. Был төбәк структураһы ғына түгел, ә Ямал-Ненец округынан Ырымбурға һәм Татарстандан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем эшләүсе ойошма, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.  

«ЛУКОЙЛ» республика иҡтисады өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Йылына 300 миллион һум самаһы һалым алабыҙ, компания беҙҙең биләмәлә нефть продукттарын һатыу менән генә шөғөлләнә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо йәһәттән заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү мөмкинлектәре бар. Бынан тыш, яғыулыҡты һаҡсыл файҙаланыу буйынса перспективалы проекттар хаҡында уйлайбыҙ. Компания менән бергә энергия һөҙөмтәлелеге мәсьәләләре өҫтөндә эшләйбеҙ. «ЛУКОЙЛ» ышаныслы партнер булыр тип өмөтләнәбеҙ.

«ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – нефть һәм газ компанияһы. Рәсәйҙә нефть сығарыуҙың 16,4 проценты һәм нефть эшкәртеүҙең 15,7 проценты уның өлөшөнә тура килә.

«ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илдең туғыҙ төбәгендә – Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Һамар, Ырымбур, Ульяновск, Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округын – Юграла үҙенең эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра.