4 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2016 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы коллегияһында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика прокуратураһы коллегияһының былтырғы эш йомғаҡтарына һәм алдағы осорға законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу бурыстарына арналған киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны. Уны Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев һәм Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров үткәрҙе.

– Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа республикала йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау власть органдары һәм прокуратура эшендә тәүге урынға сыға, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ көрсөк күренештәре, илдә баҙар иҡтисадының булыуы хаҡында һөйләйбеҙ. Ҡайһы бер предприятие етәкселәре үҙҙәренең шәхси һорауҙарын граждандарҙың мәнфәғәттәренә зыян килтереп хәл итергә тырышыуҙарын беләбеҙ. Шуға күрә кешеләргә, тәү сиратта аҙ килемлеләргә һәм мохтаждарға ярҙам итеү мөһим.

Республика прокуратураһы тырышлығы менән былтыр хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты 450 миллион һумға тиерлек кәметтек, тип хәбәр итте республика Башлығы. Намыҫһыҙ етәкселәргә ҡарата 11 енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, ветерандарҙың, инвалидтарҙың, балаларҙың, күп балалы ғаиләләрҙең, етемдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау – мөһим бурыс. Мәҫәлән, былтыр прокуратура, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының берлектәге саралары һөҙөмтәһендә 700 етем бала торлаҡлы булды.

Рөстәм Хәмитов прокуратура эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле эшлекле мөхит булдырыуға ярҙам итеү, финанс дисциплинаһын нығытыу, коррупцияға, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу, киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш йүнәлештәренә айырыуса иғтибар бирергә кәрәклеген белдерҙе.