11 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2016 йыл, 17:30

Юрий Шевчуктың пенсияға сыҡҡас баш ҡаланың ҡайһы районында йәшәйәсәге билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Легендар музыкант, «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчук пенсияға сыҡҡас Өфөнөң Архиерейка районында йорт һатып алып, шунда йәшәргә хыяллана. «Аргументы и факты» гәзитенең төбәк ҡушымтаһы хәбәрсеһе Светлана Истомина интервьюла музыкантҡа ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

«Беҙҙә көрсөк, һумдың баһаһы төшә, хеҙмәт хаҡы кәмей. Шуға күрә был хыялымды тормошҡа ашырыу байтаҡ ваҡыт кәрәк», — тип яуапланы Шевчук.

Музыкант «Күңел асыу сараларын ойоштороу һәм үткәреү эшмәкәрлеге тураһында…» яңы закон проектына ҡарата һәм мөһим мәсьәләләргә үҙ фекерен белдерҙе.

Бөгөн музыкант Өфөгә килде. Иртәгә, 5 февралдә, «Өфө уттары» күңел асыу комплексында Юрий Шевчук дуҫы, «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составында ҡатнашыусы Рөстәм «Бабай» Асанбаевҡа ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған хәйриә концертында сығыш яһай. Концертта баш ҡаланың «Outrider», «Boogie Band» һәм «The Donuts» төркөмдәре ҡатнаша. Концерттан килгән аҡса ауыр сирле Рөстәм Асанбаевты реабилитациялау курсына китәсәк. Билеттар «Өфө уттары» күңел асыу комплексы кассаларында һатыла. Телефондар: 290-86-90, 290-86-86.