11 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2016 йыл, 16:55

1 февралдән балалы ғаиләләргә пособиелар ете процентҡа индексацияланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 февралдән балалы ғаиләләргә пособиелар ете процентҡа индексацияланды.

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособиеның күләме 15,5 мең һумға тиклем артты. Мотлаҡ социаль страховкалауға дусар ителмәгән граждандар өсөн сабыйға 1,5 йәш тулғанға тиклем түләнгән айлыҡ пособие күләме беренсе балаға — 2,9 мең һум, икенсеһенә һәм артабанғыларына 5,8 мең һум тәшкил итә.

Индексацияланған, шул иҫәптән социаль страховкалау сиктәрендә түләнгән пособиеларҙың таблицаһы менән Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының сайтында танышырға мөмкин.