3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2016 йыл, 16:23

Санкт-Петербург студенттары араһынан башҡорт һылыуҡайын һайлайҙар

фото: Илнара Үтәшева

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 12 мартта Санкт-Петербургта Башҡортостанда тыуып үҫкән юғары уҡыу йорттары студенттары араһында матурлыҡ конкурсы уҙғарыла. «Санкт-Петербург һылыуҡайы» бәйгеһен Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы республика студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, «Һомай» дефиле-театры, «Питер буйҙары» милли-мәҙәни үҙәге ойоштора.

Сараның кураторы Илнара Үтәшева хәбәр итеүенсә, ете ҡатнашыусы финалға сыҡҡан, улар туған телен һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүен күрһәтергә тейеш.

«Ҡыҙҙар интеллектуаль ярышты айырыуса тулҡынланып көтә. Бындай саралар ҙур мегаполис шарттарында этник традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, яҡташтарҙы берләштерә һәм Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүселәрҙе халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡаҙанышы менән таныштыра», — тине былтыр Өфөлә уҙған башҡорт һылыуҡайҙары бәйгеһендә еңеү яулаған Илнара Үтәшева.

Ҡатнашыусылар менән конкурстың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә танышырға һәм улар өсөн тауыш бирергә мөмкин.