5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2016 йыл, 15:22

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шәмбе, 6 февралдә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Дим районында Хәҡиҡәт урамы буйлап Ухтомский урамынан алып Таллин урамына тиклем автомобиль юлы эргәһендә йәшелсә, еләк-емеш, ит һәм бал һатып алырға мөмкин.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Ухтомский, 19 («Көньяҡ» баҙары), Боровая, 14, 3-сө корпус («Юлдаш» сауҙа комплексы), Эшсе хәбәрселәр, 20 («Уңыш» сауҙа комплексы), Р. Зорге, 41 (Спорт һарайы янында), Менделеев, 205а («Башҡортостан» сауҙа үҙәге), Ҡулса, 65  («Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы), Баҡса, 2 («Орджоникидзе» сауҙа-күңел асыу комплексы) урамдарындағы фермер майҙансыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһы һатыласаҡ.