Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ҡыҙыл төймә» яңы интерактив тапшырыуы башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ҡыҙыл төймә» тип аталған яңы интерактив тапшырыу башлана. Проекттың тәүге сығарылышы йәкшәмбе, 7 февралгә, билдәләнгән. Тамашасыларҙы киҫкен мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн фекер алышыу майҙансығына саҡыралар. Һәр эксперт үҙ фекерен әйтәсәк. Өс раунд барышында оппоненттар үҙҙәренең позицияһын яҡларға тейеш.

«Программала мөһим мәсьәләләр күтәреләсәк: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, мәғариф системаһы реформалары, хаҡтарҙың артыуы, коррупция — беҙҙең өсөн тыйылған темалар юҡ!», — ти проектты алып барыусы Азамат Моратов.

Студия ҡунаҡтары — республикала йәшәүсе ябай кешеләр кемдең фекере ышандырырлыҡ икәнлеген тауыш биреү ярҙамында хәл итә. Бер юлы телевизор ҡараусылар ҙа тауыш бирә. Һәр тапшырыуҙың аҙағында алып барыусы ҡыҙыл төймә янасаҡмы икәнлеген билдәләй.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Ҡыҙыл төймә» — республиканың төп телеканалындағы берҙән-бер үҙгәреш түгел. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның ижади коллективы бер нисә яңы телепроект өҫтөндә эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть