Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Ырымбурҙағы Каруанһарайҙың 170 йыллығына яңы бейеү әҙерләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Каруанһарай» тип аталған яңы бейеү әҙерләй. Ул Ырымбурҙағы архитектура ҡомартҡыһының 170 йыллығына бағышланған.

«Каруанһарай» бейеүенең хореографы — танылған бейеүсе һәм балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин. Сәхнәгә ҡуйыусы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин. Яңы костюмдарҙың эскизы өҫтөндә эш бара, тиҙҙән улар әҙер буласаҡ. Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сентябрҙә ҡомартҡының юбилейын байрам иткән көндәрҙә һәм ансамблдең Ырымбурға концерты барышында яңы башҡорт бейеүенең премьераһы буласаҡ.

Каруанһарай — Ырымбурҙағы тарихи-архитектура ҡомартҡыһы. 1837-1846 йылдарҙа ирекле иғәнәгә Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийының канцелярияһын урынлаштырыу, башҡорттар өсөн ҡунаҡхана, оҫтахана һәм мәктәп өсөн төҙөлә. Тарихи-архитектура комплексы Башҡорт халыҡ йорто һәм мәсеттән тора. Архитектор Александр Брюлловтың үҙенсәлекле проекты башҡорт ауылын хәтерләтә: уртала башҡорт тирмәһенә оҡшаш һигеҙ мөйөшлө мәсет урынлашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть