7 декабрь, Шаршамбы

04 февраль 2016 йыл, 11:34

Рәсәйҙәрҙе илдең иҡтисады, хаҡтарҙың артыуы һәм түбән эш хаҡы борсой — ВЦИОМ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) ағымдағы йылдың ғинуар айында халыҡты ил күләмендәге ниндәй проблемалар борсоуы тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе.  

Быйыл ғинуарҙа проблемалы темалар рейтингында иҡтисад тәүге урынды биләне. Уҙған йылдың ноябренән иҡтисадтағы хәлдәр өсөн борсолоуҙар башланды (17 процент) һәм ғинуарға 23 процентҡа етте. Был былтырғы һөҙөмтәне ҡабатланы.

Борсоуға һалған тағы бер мәсьәлә — хаҡтарҙың артыуы. Үткән йылдың декабрендә һорау алыныусыларҙың 12 проценты инфляцияны илдең иң киҫкен проблемаһы тип һанаған, быйыл ғинуарҙа иһә 20 процент.

Һуңғы өс айҙа рәсәйҙәрҙең 13 проценты түбән эш хаҡын һәм йәшәү кимәлен проблемалы мәсьәләләр тип иҫәпләй. Артабан эшһеҙлек (12 процент), социаль сәйәсәт (9), тышҡы сәйәсәт (7) килә. Һаулыҡ һаҡлау (7), мәғариф (7), ауыл хужалығы һәм сәнәғәттең тарҡалыуы  (6), түбән пенсиялар, пенсия реформаһы (5) «проблемалы» рейтингта тәүге унау иҫәбенә инә.