10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2016 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015 йылда республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына һәм 2016-2018 йылдарға билдәләнгән бурыстарға арналған эш кәңәшмәһен уҙғарҙы.

– Республика адреслы инвестиция программаһы аша республикабыҙ өсөн мөһим объекттар: мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, социаль объекттар төҙөйбөҙ. Былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа билдәләнгән эште дауам итергә кәрәк, – тине республика етәксеһе. – 2015 йылда ғына балалар баҡсалары, дөйөм белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Салауатта күп функциялы дауахана, Мишкәлә хирургия комплексы, Сибайҙа балалар художество мәктәбе һәм башҡа бик күп объекттар сафҡа индерелгән.

2015 йылда республика адреслы инвестиция программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә 10 миллиард һум үҙләштерелгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. Республика ҡала һәм райондарында 24 балалар баҡсаһы, өс дөйөм белем биреү учреждениеһы, дүрт физкультура-һауыҡтырыу комплексы, өс һаулыҡ һаҡлау объекты, шулай уҡ мәҙәниәт, социаль сәйәсәт, ауыл һәм һыу хужалығы объекттары сафҡа индерелгән.

2016 йылға республика адреслы инвестиция программаһын 7,8 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған. 10 объектты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Улар иҫәбендә Тәтешле районында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто, Бөрөлә мәҙәни үҫеш үҙәге, Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылында балалар баҡсаһы менән мәктәп, Федоровка районы Федоровка ауылында мәктәп, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында интернатлы мәктәп, Стәрлетамаҡта бассейнлы мәктәп, Учалыла балалар баҡсаһы, Белоретта һәм Бәләбәйҙә Эске эштәр министрлығы өсөн административ биналар бар.

Шулай уҡ ете объект төҙөлә башлай, улар араһында – Бөрйән һәм Ҡариҙел райондарында мәктәптәр, Бүздәк, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында балалар баҡсалары.