Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Булат Йосоповтың «Наган» исемле яңы кинокомедияһы өҫтөндә эш тамамлана

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Наган» исемле яңы кинокомедия өҫтөндә эш тамамлана. Әлеге ваҡытта фильмды тауышлы итеү бара. Режиссер Булат Йосопов хәбәр итеүенсә, февралдең 20-дә фильмдағы ролдәрҙең береһен башҡарған популяр киноактер Иван Кокорин килә.

«Алда актерҙар менән етди эш көтә. «Наган» фильмында төп ролде уйнаған Вадим Мәғәсүмов беҙҙең тон-студияла тәүге ҡарлуғас булды», — тип хәбәр иттеләр «Тере таҫма» кинокомпанияһының матбуғат хеҙмәтендә.  

Яңы картинаның ҡуйыусы режиссеры — Булат Йосопов, сценарист һәм режиссер — Ринат Еникеев, икенсе режиссер — Евгений Вдовин, ҡуйыусы рәссам — Әлиә Хансен, оператор — Илдар Бикмәтов. Авторҙар музыкаль фильм төшөрөргә планлаштырғайны.

«Наган» тулы метражлы фильмының премьераһына оҙаҡ ваҡыт ҡалманы — ул апрелгә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть