Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр араһында үлем осраҡтары юҡ — Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр араһында үлем осраҡтары юҡ. Бөгөнгә төбәктә йәшәүсе 85 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, шуларҙың 34-е — балалар, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Белгестәр киҙеүҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Шулай уҡ ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға, кеше күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә кәрәк. Үҙаллы дауаланыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусыларҙың артыуына бәйле, 3 февралдән медицина учреждениеларында эшләү графигы оҙайтылды. Эш һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем республика халҡына тиҙ медицина ярҙамы күрһәтелә. Саҡырыуҙар киске 8-гә, шәмбе киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть