Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башавтотранс» газ яғыулығында эшләгән 22 яңы автобус алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы булды. Газ яғыулығында эшләгән 22 «НефАЗ» федераль инвестиция программаһы сиктәрендә бюджет аҡсаһына һатып алынған. Һуңғы ике йылда «Башавтотранс» ҙур һыйҙырышлы 125 автобус («НефАЗдар») һәм үҙ иҫәбенә аҙ һыйҙырышлы 100 транспорт берәмеге («ПАЗдар») һатып алды. Шулай итеп, «Башавтотранс» паркы 20 процентҡа яңыртылды.

«Был предприятиеға, ҡалаға нимә бирә? Беренсенән, газ дизель яғыулығына ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ, пассажир ташыусы 2,5 тапҡырға кәмерәк аҡса түгәсәк. Ҡалала экологик хәл яҡшырасаҡ, сөнки газ хәүефһеҙерәк. Бынан тыш, автобустар Башҡортостан предприятиеһында етештерелгән, уларҙы үҙебеҙҙең баҙарҙа һатып алыу иҡтисади һөҙөмтә бирә», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный.

«Иртәгәнән ошо автобустарҙың барыһы ла ҡала маршруты буйынса йөрөй башлай. Улар предприятиеның 95 йыллығына республиканан яҡшы бүләк булды. Был «НефАЗдар» техниканың һуңғы ҡаҙанышы буйынса эшләнгән, бында пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар», — тине «Башавтотранс»тың генераль директоры Тимур Аҡлаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть