11 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2016 йыл, 15:56

2015 йылдың иң матур йырҙарын башҡарыусылар Өфөлә үтәсәк «Йыл йыры» фестиваленә йыйыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 6 февралдә 2015 йылдың иң матур йырҙарын башҡарыусылар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Йыл йыры» фестиваленә йыйыла. Кисәлә «Юлдаш» радиоһының хит-парадында еңеп сыҡҡан һәм тыңлаусыларҙы әсир иткән 30 башҡарыусының 30 йыры яңғырай. Иң моңло тауышлы фестиваль еңеүселәренә лауреаттарҙың статуэткалары тапшырыла. Уларҙың исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана.

«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Гүзәл Зарипова һөйләүенсә, «Йыл йыры» фестивале Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторола. Сарала иң яҡшы йырҙар, уларҙың авторҙары һәм башҡарыусылар билдәләнәсәк, 2015 йылдағы мөһим мәҙәни ваҡиғалар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Йола буйынса, тамашасылар өсөн дә бүләктәр әҙерләнгән. Фестивалде популяр алып барыусылар Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Марсель Байдәүләтов алып бара.

Сара киске сәғәт 6-ла башлана.