Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

БДИ-2016: 3 февралдә төбәктә 600-гә яҡын кеше ҡабаттан инша яҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

3 февралдә Башҡортостанда «икеле» билдәһен алған уҡыусылар йомғаҡлау иншаһын ҡабаттан яҙа. 582 кеше икенсе мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға хәл иткән. Әммә имтиханға килеүселәрҙең һаны һуңғараҡ билдәле буласаҡ. 582 ҡатнашыусының 439-ы — инша, 143-ө изложение яҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында. Һөҙөмтәләрҙе бер аҙнанан һуң белергә мөмкин. Был юлы ла «икеле» билдәһен алғандар 4 майҙа ҡабаттан инша яҙасаҡ.

Инша йүнәлештәре көҙ көнө үк иғлан ителгәйне: «Ваҡыт», «Йорт», «Мөхәббәт», «Юл» һәм «Әҙәбиәт йылы». Темалар ижади эш башланыуға бер нисә минут ҡалғас билдәле булды. Башҡортостан уҡыусыларына «Ваҡытҡа буйһонмаған нимә бар?», «Торлаҡ ҡасан йортҡа әйләнә?», «Мөхәббәт менән ғашиҡ булыу араһында ниндәй айырма бар?», «Дөрөҫ юлды табыу өсөн хаталанырға кәрәкме?», «Ниндәй китаптарҙы йотлоғоп уҡыйһығыҙ?» темалары тәҡдим ителде.

Иншаның уртаса күләме 350 һүҙ булырға тейеш. Әгәр унда һүҙҙәр 250-нән кәмерәк икән, бындай эш өсөн «икеле» ҡуйыла. Иншаны ниндәйҙер сығанаҡтан күсерергә ярамай. Цитаталар килтергән осраҡта уға һылтанма яһау мөһим. Уҡыусыларға орфография һүҙлеген файҙаланырға рөхсәт ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инша БДИ-ны тапшырыу хоҡуғын бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть