7 декабрь, Шаршамбы

03 февраль 2016 йыл, 14:20

Силәбелә иң яҡшы башҡорт видеороликтары күрһәтелде

фото: Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбелә «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсы уҙҙы. Унда 2015 йылдың март айында башланған бәйгегә йомғаҡ яһалды. 50 роликтың 12-һе дүрт номинацияла өс призлы урын алды: мобиль видео, социаль видеоролик, музыкаль клип һәм ҡыҫҡа метражлы фильм. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырылды, иң яҡшы эштәр иһә фестивалдең биҙәге булды.

Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзында һөйләүҙәренсә, жюри составына Силәбе һәм Өфө белгестәре – клипмейкер Тимур Сафиуллин, режиссер һәм уҡытыусы Александр Мордасов, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, яҙыусы Азамат Юлдашбаев һәм алып барыусы Ләйсән Мәзитова инде.

Фестиваль ҡунаҡтары, араларында Өфөнән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан ҡатнашыусылар бар ине, махсус саҡырылған эксперт, Свердловск киностудияһы ҡарамағындағы Кино мәктәбе уҡытыусыһы Алексей Стасюктың оҫталыҡ дәресен ҡараны. Шулай уҡ Таңсулпан Бураҡаева һәм музыкаль клиптар төшөрөү менән шөғөлләнгән башҡорт ойошмалары –  «Е7Е-media», «Уралстарс» оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Бындай фестиваль Силәбелә тәүгә уҙғарыла, әммә ойоштороусылар өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға уйламай. Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы конкурс йыл һайын үткәреләсәк тип белдерҙе. «Осҡон-2016» бәйгеһенә ғаризалар ҡабул итеү 15 февралдән һуң башлана.