Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала күп профилле мәғлүмәт-туристик үҙәге булдырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Республиканың баш ҡалаһында «Өфө» күп профилле мәғлүмәт-туристик үҙәге булдырылды. Ойоштороусыһы — ҡала хакимиәте. Директорҙар советы составына Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре инде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

«Предприятиеның эшҡыуарлыҡ идеяһы нигеҙендә — ҡала инфраструктураһы һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһе мөмкинлектәре менән туроператорҙарҙың төрлө өлкәләрҙә туплаған тәжрибәһен берләштереү. Ошо нигеҙҙә ҡулланыусыларҙың талаптарын иҫәпкә алып яңы туристик продукттар булдырыласаҡ. Медик-рекреацион, спорт, мәктәптәге һөнәри йүнәлеш, мәҙәни, ғаилә туризмы өлкәләренә ҙур өмөттәр бағлана. Зыянһыҙ эшләү үҙәк эшенең иҡтисади принцибы булып тора, сөнки ул туристик баҙарҙың бөтә уйынсылары менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн асылған», — тип һөйләне үҙәктең генераль директоры Олег Педь.

«Туристик үҙәк булдырыу идеяһы күптән тыуғайны. Уның эшмәкәрлеге урындағы туроператорҙарҙы төрлө туристик форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа күрһәтеүгә йүнәлтелергә тейеш», — тип билдәләне төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть