9 декабрь, Йома

03 февраль 2016 йыл, 11:27

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды биләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылда Рәсәйҙә 83,8 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был 2014 йылдың ошо осорона ҡарата 99,5 процент тәшкил иткән (84,2 миллион квадрат метр). Мәскәү өлкәһендә торлаҡ төҙөлөшө күләме — 10,1 процент, Краснодар крайында — 5,5, Мәскәүҙә — 4,6, Санкт-Петербургта — 3,6, Башҡортостанда — 3,2, Новосибирск өлкәһендә — 3,1, Свердловск өлкәһендә — 3, Татарстанда һәм Ростов өлкәһендә — 2,9, Ленинград өлкәһендә — 2,8, Һамар өлкәһендә — 2,6, Төмән өлкәһендә (автономиялы округтарҙан тыш) — 2,5, Дағстанда — 2,1.

Волга буйы федераль округында 16912,3 мең квадрат метр сафҡа индерелгән (2014 йылға ҡарата 100,3 процент). Башҡортостан, Татарстан һәм Һамар өлкәһе йорттар төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.