10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2016 йыл, 17:41

Башҡортостан Финанс министрлығында — яңы министр урынбаҫары

фото: Башҡортостандың Финанс министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Абдюковты республиканың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем ул ошо уҡ ведомствола дәүләт хеҙмәтен һәм хеҙмәт хаҡын финанслау бүлеген етәкләне.

Азамат Рәмил улы Абдюков 1978 йылдың 1 июнендә Өфөлә тыуған. Ике юғары белемгә эйә: Өфө дәүләт нефть техник университеты (инженер) һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы (иҡтисадсы). Техник фәндәр кандидаты. 2002 йылдан алып Башҡортостандың Финанс министрлығында эшләй. Беренсе категориялы иҡтисадсынан алып бүлек етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үткән.

темалар: кадрҙар