9 декабрь, Йома

02 февраль 2016 йыл, 17:01

Өфө газ-мотор яғыулығында эшләгән махсус техниканың тәүге партияһын алды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө газ-мотор яғыулығында эшләгән махсус техниканың тәүге партияһын алды. 2 февралдә ҡала хакимиәте бинаһы алдында муниципаль предприятие етәкселәренә һигеҙ самосвал тапшырылды.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, муниципаль һәм йәмәғәт транспортын газ-мотор яғыулығына күсереү бик отошло, сөнки газ бензинға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек арзаныраҡ, яғыулыҡ тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефһеҙ.