7 декабрь, Шаршамбы

02 февраль 2016 йыл, 16:46

Социнвестбанк идараһы раҫланды

фото: Социнвестбанктың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1 февралдә Социнвестбанк акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышында күҙәтеү советы, идара һәм кредит учреждениеһының ревизия комиссияһы ағзалары яңынан һайланды.

«Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен Радик Әхмәтшин етәкләне. Ул 2015 йылдың 26 авгусынан банктың ваҡытлыса хакимиәтенә етәкселек итте. Быға тиклем Номос-банк, Росбанк, Мәскәү банкы филиалдарында яуаплы вазифалар биләгән.

Радик Әхмәтшин 1977 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын «Иҡтисадта мәғлүмәт системалары» белгеслеге буйынса тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты. Банк өлкәһендәге дөйөм эш стажы — 15 йылдан ашыу.