4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2016 йыл, 15:42

Башҡорт Википедияһында машина тәржемәһе эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Content Translation — Википедиялағы мәҡәләләрҙе тәржемә итеүсене әҙерләүселәр виртуаль энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәренең эшен еңеләйтеүе тураһында хәбәр итте. Хәҙер Яндекстың машина тәржемәһе ҡулланыусыларға төрлө телдәрҙәге мәҡәләләрҙе тәржемәләргә ярҙам итәсәк.

2015 йылдың сентябрендә Яндекс.Тәржемәселә башҡорт теле барлыҡҡа килде. Ноябрҙә интернет-энциклопедияла бер нисә телгә тәржемәләү мөмкинлеге булдырылды. 2016 йылдың 27 ғинуарында Википедияға Яндекстың башҡорт теленә тәржемәсеһе ҡушылды.

«Тел сервисының сифат кимәле теге йәки был телдә аралашыусыларҙың әүҙемлегенә, ошо сервисты көндәлек тормошта нисек ҡулланыуына бәйле. Content Translation былтыр ғына эшләй башланы. Был әҙерләүселәрҙең Башҡорт Википедияһының 10 йыллыҡ юбилейына үҙенсәлекле бүләге булды. Яндекс.Тәржемәсенең машина тәржемәһе беҙгә ярҙам итер һәм мәҡәләләрҙең һаны артыр тип ышанабыҙ. Шулай уҡ әүҙем ирекмәндәр ҙә күбәйер тип өмөтләнәбеҙ, хәҙер уларға Википедия мәҡәләләрен башҡорт теленә ауҙарыу күпкә еңелерәк буласаҡ», — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.