9 декабрь, Йома

02 февраль 2016 йыл, 13:20

Социаль хеҙмәттәр йыйымының хаҡы 995,23 һумға тиклем артты — Пенсия фонды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйымының хаҡы артты. Бер үк ваҡытта социаль хеҙмәттәр йыйымын биреүгә йүнәлтелгән аҡса күләме лә үҫә.

Пенсия ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралдән ул 995,23 һум тәшкил итәсәк. Шул иҫәптән бушлай дарыу алыуға — 766,55, шифахана-курорт дауалауына — 118,59, ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауалана торған ергә барыу һәм ҡайтыуға — 110,09.

2016 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 100 472 кеше әйберләтә социаль хеҙмәттәр алған. Был — айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнгән кешеләрҙең 29 проценты. Льготалыларҙың 71 проценты социаль ярҙамды аҡсалата компенсация рәүешендә алырға теләк белдергән.

Ошондай хоҡуҡҡа эйә булғандар быйыл 1 октябргә тиклем хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның бер өлөшөнән баш тартыу тураһында ғариза яҙа ала.