10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2016 йыл, 11:34

Яҙыусы һәм журналист Марсель Сәлимовҡа «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» исеме бирелде

фото: Александр Воробьев

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров, Галина Васильева/. Мәскәүҙең Е.В.Колобов исемендәге «Яңы опера» театрында «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» журналистарҙың юғары наградаһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Быйыл «Алтын ҡауырһын»ға республикала тәүгеләрҙән булып башҡорт журналисы һәм яҙыусыһы Марсель Сәлимов эйә булды. Уның сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә яҡшы билдәле. 30 йыл дауамында «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләгән яҙыусы — бик күп ижади конкурстар еңеүсеһе, халыҡ-ара премиялар лауреаты. Әҙәбиәт йылында ул Өфөлә һәм Мәскәүҙә дүрт китап сығарҙы. Уның әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән.

«Алтын ҡауырһын»ды яҡташыбыҙға танылған совет журналисы, хәҙер ЮНЕСКО-ның генераль директоры советнигы Генрих Юшкявичюс тапшырҙы һәм яҙыусының ижадына юғары баһа бирҙе. Уға яуап итеп Марсель Сәлимов «От смешного до великого» исемле китабын бүләк итте.