Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Урал легендаһы» тау курорттары кластеры булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/.

Белорет районында «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙҙы. Сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса республика парламенты рәйесе урынбаҫары Вячеслав Аброщенко, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов, экологтар, ғалимдар, туристик эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашты.

«2015 йылдың  майында туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһын әҙерләй башланыҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған кәңәшмәлә Белорет районы буйынса эске туризмды үҫтереү йүнәлештәрен ҡарау бурысы йөкмәтелде. Беҙгә тотош Рәсәйҙән туристар йәлеп итеү бурысы тора. Кластерҙың концепцияһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмгә Белорет һәм Әбйәлил райондары хакимиәте, «Абҙаҡ», «Морат» һәм «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәктәре, «Тәңре» экология берләшмәһе, «Ар ташы» ял базаһы, ҙур булмаған турбаза вәкилдәре инде. Бөгөнгә концепция әҙер, ул Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша республика етәкселегенә тәҡдим ителәсәк», — тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов.

Буласаҡ кластер Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә, Волга буйы һәм Урал федераль округтары сигендә урынлашҡан, тип билдәләне ул. Һамарҙан алып Ҡурғанға һәм Төмәнгә тиклем туристарҙы йәлеп итергә мөмкин.

Кластерҙың нигеҙе — «Морат», «Абҙаҡ» һәм «Яҡтыкүл» үҙәндәре, улар Рәсәйҙең эске баҙарында яҡшы билдәле, бер-береһенә яҡын урынлашҡан. 2014 йылда 336 мең кеше өс үҙәндең канат юлы хеҙмәттәре менән файҙаланған. Өс үҙән Урал һәм Себер биләмәһендә «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» кластерының конкурентлыҡҡа һәләтен тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла кластерға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть