4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2016 йыл, 18:03

«Башҡортостан ҡыҙы» журнал уҡыусылар өсөн модалы һәм әҙәби бәйгеләр иғлан итте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2016 йылдағы яңы һаны донъя күрҙе. Журнал Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә «Милли биҙәк» бәйгеһен иғлан итте. Быйылғы конкурс кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә башҡорт милли мотивтарын сағылдырыу оҫталығына арнала. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн көндәлек, эш йәки байрам кейемдәрендә милли мотивтарыбыҙҙы ҡулланған өлгөләрҙе фотоға төшөрөп, 30 ноябргә тиклем ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, һөнәре мөһим түгел, хәҙерге заман кейемендә башҡорт миллилеген сағылдырыу шарт. Бәйгеселәр менән йыл дауамында журнал биттәрендә таныштырып барыласаҡ. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр: беренсе урын өсөн — теген машинаһы, икенсегә — мультибешергес, өсөнсөгә үтек тапшырыласаҡ. Конкурсты уҙғарыу шарттары — журналда йәки уның рәсми сайтында.

Былтыр йыл дауамында барған, изге хистәрҙе данлаған «Әсә йөрәге» шиғыр бәйгеһе күптәрҙең күңеленә хуш килде. Журнал редакцияһы уны быйыл да дауам итергә ҡарар итте. Унда ҡатнашыу өсөн әсәлек тойғоларын данлаған бер шиғырҙы видеоға төшөрөп, журналдың электрон адресына юлларға кәрәк. Икенсе турға үткән видеояҙмалар «Бәйләнештә» сайтындағы баҫманың төркөмөнә ҡуйылып, тауыш биреү өсөн халыҡ хөкөмөнә лә сығарыласаҡ. Иң сағыу эштәр һәм уларҙың авторҙары хаҡында яҙманы.журналдың 12-се һанында уҡырһығыҙ. Еңеүселәрҙе маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр һәм ижади осрашыу көтә.

Ғинуар һанының тышлығын музыка белгесе, филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлназ Ғәлина биҙәй. Көслө рухлы, бай йөкмәткеле, киң фекер йөрөтөүсе, алдынғы ҡарашлы ғалимә, халҡыбыҙҙың моңдаръяһы киләсәген хәстәрләүсе остаз хаҡындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева «Йөрәгендә — моң даръяһы » тип атаған.  

Зиһене камил, дүрт һаны теүәл булып тыуһын — бәпес көткән һәр ата-әсәнең доғаларға ҡушып көнө-төнө ҡабатлаған иң изге теләге шул. Хәйер, ғаиләнең, нәҫелдең генә түгел, милләттең, дәүләттең дә киләсәге ул сәләмәт бала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сирҙәр менән донъяға килгән сабыйҙар һаны йылдан-йыл арта. Ата-әсәһен ҡыуандырырлыҡ, ил ҡеүәтен арттырырлыҡ аҡыллы, һау балалар тыуһын өсөн ни эшләргә? «Сихәт» рубрикаһы аҫтында донъя күргән Альмира Кирәеваның «Сәләмәт бала — ил ҡеүәте» мәҡәләһендә ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында торған табип, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Әлфиә Ящук шул хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлаша.  

Капиталь ремонтҡа нимә инә? Йорттоң ҡасан төҙөкләндерелеүе хаҡында ҡайҙан белергә мөмкин? Капиталь ремонт фонды нисек туплана? Ошо һәм башҡа һорауҙарға танылған адвокат, Рәсәй Президенты В. Путиндың ышаныслы кешеһе, «Халыҡ фронты» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең рәйестәше Надежда Крылова яуап бирә.

«Берәүҙәр тарихҡа үҙ атын донъяны үҙгәртер ҡаһарманлыҡ йә иҫ китерлек ижад аша яҙа. Кемдер фәнни асыш яһап, бәғзеләр — рухи юлбашсы булып. Ә Мумтаз исеме беҙгә быуаттарҙы иңләп, иренең уға булған мөхәббәте арҡылы килеп еткән. Ер йөҙөндә ҡатын кешегә арнап төҙөлгән иң ҙур кәшәнә — Таж Мәхәл — уның хөрмәтенә күтәрелгән. Инде дүрт быуаттан артыҡ мавзолейҙан кеше өҙөлмәй, «Йыһаншаһ батшаның һөйгәненә арнаған таш сәскәһе» тип атайҙар уны». «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләһен был юлы Гөлнара Хәлфетдинова Мумтаз Мәхәлгә арнаған.    

Тәжрибәле музыка белгесе, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты Миләүшә Иҙрисованың исеме республика халҡына бихисап телевидение һәм радио тапшырыуҙары, документаль фильмдары аша яҡшы таныш. Мәшһүр сәнғәт әһелдәре Нажиә Аллаярова менән Абрар Ғабдрахмановтың талантлы династияһын дауам итеп, береһенән-береһе сибәр һәм һәләтле өс ҡыҙын бәләкәстән мөғжизәле музыка донъяһында тәрбиәләп, балаларының бәхетенә, уңышына юл асҡан оло йөрәкле әсә лә ул. Альбина Ғөбәйҙуллина «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» рубрикаһы аҫтында донъя күргән «Тыуған йорт ҡөҙрәте» мәҡәләһендә уны тап ошо сифатта асып һала ла инде.  

Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге, әсә, хужабикә роле менән генә сикләнеп ҡалмайынса, үҙен яҡшы хеҙмәткәр, уңышлы белгес итеп тә күрергә теләй. Ир-егеттәр менән бер рәттән карьера яһау, юғары квалификациялы белгес булыу хыялы уларҙы социаль әүҙемлеккә этәрә. Психолог Ғәлиә Сәлихованың «Ҡатының етәксе булһа» тигән яҙмаһы ошо нескәлектәрҙе асып һала. «Әҙәби балҡыш» рубрикаһында Бөрйән ҡыҙы Миңнур Ҡасимованың «Дилбегә» хикәйәһен һәм шағирә Тамара Искәндәриәнең шиғырҙарын уҡырға мөмкин.

Декабрҙә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Ҡорамасылар бәйгеһе», «Әсә йөрәге», «Ул йылдарҙың даны мәңгелек» бәйгеләренең еңеүселәрен бүләкләне. 24 – 25-се биттәрҙә ошо тантананан фоторәсемдәр баҫылған.

Һәр нәмәгә ижади ҡараған уңған һәм һәләтле кешеләр күп арабыҙҙа. «Тамыр» балалар телеканалы мөхәррире Рәзилә Салауатова — шундайҙарҙан. Шиғри күңелле ҡыҙ өйҙә шаршау, салбар, күлдәктәр тегә. Бөгөн журнал уҡыусыларға тәҡдим иткән кейемдәрҙе лә үҙе уйлап тапҡан. Был хаҡта «Үҙем асҡан хәҡиҡәт» рубрикаһында уҡырһығыҙ. Сибай ҡалаһында йәшәүсе сәсәниә, башҡорт кейемдәре аксессуарҙары әҙерләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина Өфөлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был дәрескә бара алмағандар оҫтаның селтәр эшләү серҙәре менән яратҡан журналы биттәрендә таныша ала. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлиә Ғәлимова аш-һыуға маһир. Тормош иптәше Батыр әйтеүенсә, оҫта ҡуллы хужабикәнең ҡамыр аштары бигерәк тә телде йоторлоҡ икән. Әммә, һаулыҡ хаҡында хәстәрләп, хәҙер диетик ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Әлиә бешергән йомшаҡ ҡамырға төрөлгән хуш еҫле, тәмле урама рецептары менән «Тәмлекәс» рубрикаһында бүлешә.