Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә Һиндостан менән хеҙмәттәшлекте һәм сауҙа әйләнешен үҫтерергә ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Нью-Дели ҡалаһында үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһында төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Ведомство етәксеһе Сергей Новиков хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был — фармацевтика, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нанотехнологиялар, күн тауарҙар етештереү, мәғлүмәт технологиялары.

2015 йылдың туғыҙ айында Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте арттырыу планлаштырыла.

Уҙған ял көндәрендә Нью-Делиҙа The Economic Times Global Business Summit халыҡ-ара форумы үтте. Уның программаһына Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһы индерелгәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть