10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2016 йыл, 16:52

Өфөлә Асия һәм Илфак Смаковтарҙың ижады хаҡында «Беҙҙең заман моңдары» исемле китап-альбом донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Беҙҙең заман моңдары» исемле китап-альбом донъя күрҙе. Нәшриәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уникаль баҫма популяр эстрада артистары Асия һәм Илфак Смаковтарҙың тормошона һәм ижадына бағышланған.

Илфак Смаков — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. Ул утыҙ йыл самаһы Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы булып эшләй, әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара. Матур тауышы һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, халыҡ йырҙарын башҡарыуы менән меңдәрсә тыңлаусыны әсир итә. Илфак Смаков башҡарыуындағы йырҙар республика вокал сәнғәтенең алтын фондына ингән. Артистың ғүмере 1993 йылда, ижады сәскә атҡан мәлдә, өҙөлә. Илфак Смаков оҙаҡ йылдар ҡатыны, хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Асия Смакова менән бергә эшләй. Тормош иптәше уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерҙе.

темалар: китап сығарыу