Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов 2016 йылға бюджет сығымдарын финанслау буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

1 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылға бюджет сығымдарын финанслау буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа Өфөлә 130 урынлыҡ Республика перинаталь үҙәге төҙөлөшөн тамамлау маҡсатында ҡул ҡуйылған.

Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Республика перинаталь үҙәген төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 398167,65 мең һум күләмендәге бюджет аҡсаларын коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреүгә йүнәлтергә йөкмәтелгән.

Белешмә. Республика перинаталь үҙәген проектлау һәм төҙөү 2011-2016 йылдарға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Финанс тәьминәте — Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкалау фонды араһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә.

Бинаның дөйөм майҙаны — 24322,1 квадрат метр, файҙалы майҙаны — 21100,2 квадрат метр.

Бөгөнгә объекттың әҙерлеге 65 проценттан ашыу тәшкил итә. Әлеге ваҡытта билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы эске биҙәү эштәре бара, биләмә төҙөкләндерелә.

Перинаталь үҙәктә эшләү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү маҡсатында 2016 йылға тиклемге осорға ведомство маҡсатлы программаһы раҫланған. Кадрҙарға ихтыяж — 62 табип, 50 урта медицина персоналы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть