11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2016 йыл, 14:56

Төбәктә социаль пособиелар ете процентҡа арта

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр ете процентҡа индексациялана. Федераль кимәлдәге социаль, айлыҡ түләүҙәр, балалар өсөн социаль пособиелар арта. Тейешле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин хәбәр иткәнсә, индексация әсәлек капиталына ҡағылмай. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы баһалауынса, түләүҙәрҙең артыуы федераль бюджетҡа 30 миллиард һумға төшәсәк.

Республика Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, 1 февралдән страховкалау пенсиялары һәм дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар дүрт процентҡа индексациялана. Шулай итеп, 2016 йылда Рәсәйҙә ҡартлыҡ буйынса страховкалау пенсияһының уртаса йыллыҡ күләме 13 132 һум тәшкил итәсәк.

ТАСС хәбәр итеүенсә, индексациянан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына 4558,93 һум буласаҡ, пенсия балының хаҡы — 74,27 һум.