Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда WorldSkills компетенциялары буйынса төбәк чемпионаты уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда WorldSkills компетенциялары буйынса төбәк чемпионаты уҙғарыла. Өфөлә үткән кәңәшмәлә Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре  республиканың Мәғариф министрлығы һәм Профессиональ квалификацияларҙы үҫтереү агентлығы менән берлектә уға әҙерлек мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәктә WorldSkills инновация моделен тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Кәңәшмә эшендә Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы белгестәре, шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә WorldSkills хәрәкәтен үҫтереү буйынса республика һөнәри белем биреү учреждениеларының директорҙар советы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды, махсуслаштырылған компетенциялар үҙәгендә WorldSkills төбәк чемпионатын ойоштороу проблемалары тикшерелде. Республикала тәүгеләрҙән булып WorldSkills хәрәкәтенә ҡушылған Сибай киң профилле һөнәр биреү колледжы менән видеобәйләнеш булдырылды.

2013 йылдан алып Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмалары WorldSkills чемпионаттарының милли һәм халыҡ-ара этаптарында әүҙем ҡатнаша һәм йыл һайын еңеү яулай, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2016 йылға Башҡортостанда WorldSkills инновация моделен тормошҡа ашырыу буйынса төбәк координация үҙәгенең юл картаһын, чемпионатты үткәреү буйынса эшсе төркөмдөң составын тикшерҙе һәм раҫланы.

WorldSkills International (WSI) — халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған ойошма. Уның маҡсаты — эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу. 1953 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн ойошма эшмәкәрлегендә 72 ил ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть