4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2016 йыл, 12:29

Рөстәм Хәмитов Рәиф Баҙиҡовтың «Кадрға сумыу» исемле фотокүргәҙмәһен ҡараны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Республика Башкортостан» гәзите фотохәбәрсеһе Рәиф Баҙиҡовтың 70 йәшенә арналған «Кадрға сумыу» исемле фотокүргәҙмәне ҡараны.

«ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында фоторәссамдың 70 иң яҡшы эше ҡуйылған. Улар араһында 1970-80 йылдарҙа төшөрөлгән унға яҡын тарихи фотоһүрәттәр бар, ҡалғандары – яңы, тамашасыға тәүге тапҡыр тәҡдим ителә. Экспозицияның күпселек өлөшөн республикала барған хәл-ваҡиғаларҙан үҙенсәлекле репортаждар тәшкил итә.

– Рәиф Карам улы Баҙиҡов – билдәле фоторәссам. Бөгөнгө күргәҙмәләге эштәре уны тәбиғәттең күркәмлеген, тормош матурлығын һәм ябай кешеләрҙең тормошон аңлаған кеше булараҡ һүрәтләй, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рөстәм Хәмитов. – Бында яһалма фотоһүрәттәрҙе күрмәҫһең. Барыһы ла тормоштан алынған. Ысын тормош, ысын хистәр, кисерештәр. Быларҙың һәммәһе лә Рәиф Карам улының ошо мәлдәрҙе тотоп ала белеүе хаҡында һөйләй. Һуңғы ваҡытта Өфөлә байтаҡ сағыу күргәҙмәләр ойошторола. Миңә был бик оҡшай. Рәиф Карам улының ижады – шуларҙың береһе.  

Рәиф Баҙиҡовтың ижади эшмәкәрлеге «Төҙөүсе тауышы» гәзите менән хеҙмәттәшлек итеүҙән башлана. 1980 йылда ул «Вечерняя Уфа» гәзитендә эшләй башлай, 1983 йылдан бөгөнгәсә – «Республика Башкортостан» ижтимағи-сәйәси гәзитендә фотохәбәрсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең иң яҡшы фоторәссамдары иҫәбенә инә.