6 декабрь, Шишәмбе

01 февраль 2016 йыл, 11:32

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты. Өфөлә ул «Рәсәйҙең третей судын үҫтереү тураһында» тип аталған Бөтә Рәсәй ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Осрашыу барышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.

– Ошондай конференция уҙғарыу – эшҡыуарлыҡ мөхитен үҫтереүҙә яңы һулыш ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суд институттарының һөҙөмтәлелеге бик юғары түгел. Унда ла проблемалар бар. Шуға күрә бындай третей судтары – киләсәк, – тине Борис Титов. – Беҙ ошо конференцияны тәүгә һәм тап Өфөлә, Башҡортостанда ойошторабыҙ. Был бик мөһим ваҡиға, сөнки власть быға етди иғтибар бирә.

– Беҙ ҙә третей судының киләсәге ҙур тип иҫәпләйбеҙ. Эшҡыуарҙар дәүләт судтарына һирәгерәк мөрәжәғәт итһә, яҡшыраҡ буласаҡ. Бөгөн эшҡыуарлыҡтың үҫешергә, алға барыу өсөн көс тупларға тейешлеген аңлайбыҙ. Властың ярҙамынан тыш ниҙер эшләү ҡыйын, әлбиттә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Борис Титов конференцияны ойоштороу кимәлен һәм уның әһәмиәтен юғары баһаланы.

– Башҡортостандың третей судтары тураһында беренсе конференция үткәрергә тәҡдим итеүе күпте һөйләй. Бындай институттар власть бизнес хаҡында уйлаған урындарҙа ғына булдырыла. Сөнки улар эшҡыуарҙар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итеү – эшҡыуарлыҡ мөхитенең төп өлөшө, үҫеш өсөн мөһим институт икәнлеген аңлай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул журналистар менән аралашҡанда. – Әгәр республика бөгөн үҫеш тураһында уйлай икән, тимәк, ул шундай институттар булдырырға тейеш.