9 декабрь, Йома

01 февраль 2016 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов Йәшелсә етештереүселәрҙең милли союзы президенты Сергей Королев менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Йәшелсә етештереүселәрҙең милли союзы президенты Сергей Королев менән осрашты. Осрашыу барышында республиканың теплица комплекстарын үҫтереү һәм етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү мәсьәләләре тикшерелде.

– Беҙҙә ҙур хужалыҡ – «Алексеевка» совхозы, бәләкәйерәге лә – Шәфәғәт Хәбибрахманованың шәхси хужалығы бар. Уның майҙаны 400 гектар самаһы. Дөйөм алғанда, тәжрибәбеҙ, белемебеҙ етерлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Артабан да ошо йүнәлештә үҫешәсәкбеҙ. «Алексеевка» комплексын яңыртырға ниәтләйбеҙ. Яңы проекттар – Өфөнән алыҫ түгел «Башовощснаб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ойоштороу, инфраструктура, ресурстар йәһәтенән ярҙам буласаҡ.

Быға тиклем йәшелсәселек ауыл хужалығының иғтибар биреп еткермәгән тармаҡтарының береһе булды, был иһә сит илдән йәшелсә индереүҙең артыуына һәм теплица комплекстарының ике тапҡырға кәмеүенә килтерҙе, тип билдәләне Сергей Королев. Әлеге ваҡытта ил етәкселеге ярҙамында йәшелсәселеккә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән ҡайһы бер башланғыстар, шул иҫәптән капиталь сығымдарҙы ҡаплау программаһы тормошҡа ашырыла.

Сергей Королев бөгөн Йәшелсә етештереүселәрҙең милли союзына ингән Республика йәшелсәселәр союзының теркәлеүе хаҡында ла хәбәр итте.

Йәшелсә етештереүселәрҙең милли союзы 2014 йылда ойошторолған. Ул асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарҙы, ошо тармаҡта инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға ниәтләгән әүҙем инвесторҙарҙы берләштерә. Берлектең маҡсаты – илдә йәшелсәселекте үҫтереүҙе тиҙләтеү, шулай уҡ бәшмәктәр һәм еләктәр үҫтереү өсөн иҡтисади һәм технологик шарттар булдырыу.