5 декабрь, Дүшәмбе

29 ғинуар 2016 йыл, 17:10

Баш ҡала «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй конкурсының финалын ҡабул итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Апрель аҙағында Өфө «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй төбәк мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсының финалын ҡабул итә. Республика конкурстың финалын уҙғарыу хоҡуғына эйә булды.

«Башҡортостан инфраструктура һәм төбәктә мәғлүмәт технологияларының үҫеш ҡеүәте йәһәтенән иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. «ПРОФ-IT.2016» юғары кимәлдә үтер, тип ышанам», — тине Электрон дәүләттең эксперт үҙәге етәксеһе Павел Хилов.

Сараның күсмә флагын Өфөгә Ханты-Манси вәкилдәре килтерәсәк, былтыр июль айында унда «ПРОФ-IT.2015» конкурсының финалы уҙғайны. Бәйгенең символын төбәктән төбәккә тапшырыу матур йолаға әүерелде, тип билдәләнә сараның сайтында.

Конгресс-холда ойоштороласаҡ сараға төбәк мәғлүмәтләштереү өлкәһендә үҙҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу һәм яңы белем алыу өсөн илдең бөтә төбәктәренән тармаҡ вәкилдәре килә.

Йыл һайын Президенттың Мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм электрон демократияны үҫтереү буйынса идаралығы ярҙамында Электрон дәүләттең эксперт үҙәге «ПРОФ-IT» конкурсын уҙғара.

Ғәҙәттәгесә, «ПРОФ-IT» сиктәрендә Бөтә Рәсәй төбәк мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы үткәрелә. Унда төбәктәрҙең башҡарма власть органдары һәм 85 субъекттан урындағы үҙидара органдары ҡатнаша. Конкурсанттар дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының мәнфәғәтендә башҡарылған IT-проекттарын тәҡдим итә. «ПРОФ-IT» еңеүселәрен һәм лауреаттарын ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшерен тауыш биреү юлы менән билдәләй.