Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала икенсел баҙарҙағы фатирҙар 3,6 процентҡа арзанайған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә икенсел торлаҡ арзанайҙы. «Фатирҙар донъяһы» федераль күсемһеҙ милек порталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы квадрат метрҙың «кире яҡҡа үҫеше» күҙәтелгән ҡалалар исемлегенә инде. Өфөлә икенсел торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 66 074 һум тәшкил иткән. «Уртаса» фатирҙың хаҡы — 3 миллион 814 мең һум. Хаҡтар 3,6 процентҡа төшкән.

Мәскәүҙә икенсел торлаҡ 26 миллион һум тора (хаҡтарҙың 12,5 процентҡа кәмеүен иҫәпкә алғанда). Санкт-Петербургта фатирҙар дүрт процентҡа ҡиммәтләнгән, һөҙөмтәлә уртаса хаҡ — 9,8 миллион. Иң ҡиммәтле фатирҙар Сочиҙа (5 миллион), Владивостокта (5 миллион самаһы), Екатеринбургта (4,4 миллион самаһы).

Иң арзан фатирҙар Киров, Брянск, Түбәнге Тагил, Новокузнецк һәм Магнитогорск ҡалаларында — хаҡтары 2,1 миллиондан 1,6 миллион һумға тиклем.

«Фатирҙар донъяһы» күҙаллауынса, 2016 йылда хаҡтар төбәккә ҡарап 5-15 процентҡа тиклем төшәсәк. Һатыу ваҡыты былтырғы 10-12 ай менән сағыштырғанда уртаса йыл ярымға һуҙыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә яңы төҙөлгән йорттар бер йылда биш процентҡа арзанайған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть