5 декабрь, Дүшәмбе

29 ғинуар 2016 йыл, 14:10

Башҡорт телен бөтөнләй белмәгән ирекмән Башҡорт Википедияһына 16 мәҡәлә яҙған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Башҡортостан Викимедиясылары» ирекмәндәр төркөмө ойошторған «Башҡорт журналистары — Башҡорт Википедияһы авангардында!» тип аталған викимарафонға йомғаҡ яһалды. Сара Рәсәй матбуғаты көнөнә һәм виртуаль энциклопедияның 15 йыллығына арналды. Ирекмәндәр башланғысын республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар союзы ла хупланы.

Марафондың маҡсаты журналистар араһынан яңы мөхәррирҙәр табыу һәм Башҡорт Википедияһын республикала, тәү сиратта башҡорт телендә нәшер ителгән йәки тапшырыуҙар алып барған киң мәғлүмәт саралары тураһындағы мәҡәләләр менән тулыландырыу ине.

«Сараны ойоштороусылар — республика баҫмалары журналистары — Башҡорт Википедияһына үҙҙәренең һөнәрҙәштәрен йәлеп итеп, уларға мәҡәләләр әҙерләүҙә ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә Башҡорт Википедияһы яңы 150 мәҡәлә менән тулыланды, шуларҙың 108-е викимарафон талаптарына тулыһынса тап килә. Бынан тыш, элек яҙылған алты мәҡәлә тулыландырылып, сара иҫәбенә индерелде», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.

Уның һүҙҙәренсә, 14 ҡатнашыусы араһынан биш һәм унан да күберәк мәҡәлә яҙған журналистар Alfiya55, Айсар, З.Әйле һәм Мөхәмәҙиева еңеүсе булды. Ҡалған ҡатнашыусылар араһынан Ләйсән, visem һәм яңыраҡ ҡына ирекмәндәр рәтен тулыландырған Янмырҙа Баҡый айырылып торҙо.

«Айырыуса башҡорт телен бөтөнләй белмәгән visem ҡушаматлы мөхәррирҙе билдәләп үтергә кәрәк. Ул Башҡорт Википедияһын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе, ниндәйҙер сәбәп табып һаман да Башҡорт Википедияһына ҡушылмаусыларға өлгө күрһәтте: теләк һәм маҡсат булғанда һәр төрлө ҡаршылыҡты еңеп булыуын раҫланы. Ул 16 яңы мәҡәлә яҙған, шуларҙың бишәүһе бәйге шарттарына тулыһынса яуап биргәнлектән, викимарафон иҫәбенә ҡабул ителде», — тине Рөстәм Нурыев.

Бәйге йомғаҡтары буйынса әүҙем мөхәррирҙәргә махсус сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.