Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Төбәктә 34 кеше сусҡа киҙеүе менән сирләй, улар араһында 17 бала бар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны арта. Әгәр кисә 20 ауырыу хаҡында һүҙ барһа, бөгөн был һан 34-кә еткән, шуларҙың 17-һе — балалар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Бөгөндән Өфөләге бөтә мәктәптәрҙә лә дәрестәр туҡтатылды. Уҡыусыларға өйгә эш ситтән тороп бирелә. Шул рәүешле табиптар балалар араһында киҫкен респиратор вируслы инфекцияның һәм киҙеүҙең таралыуын сикләргә теләй. Бәлки, республиканың башҡа белем биреү учреждениеларында ла ошондай саралар ҡабул итерҙәр.

Киҙеү эпидемияһы осоронда табиптар сирлеләр менән аралашмаҫҡа, кешеләр күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа, медицина битлектәре кейергә, ҡулды йышыраҡ йыуырға, бинаны елләтергә, сәләмәт тормош алып барырға (туйғансы йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек) кәңәш итә.

Сирләй башлағас та тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҙеүҙе үҙаллы дауаларға ярамай. Дарыуҙарҙы бары табип ҡына тәғәйенләргә тейеш.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ауырыуҙы айырым бүлмәгә һалырға кәрәк. Бүлмәне даими елләтеп, иҙәнде химик таҙартыу сараһы менән йыуырға кәңәш ителә. Медицина битлеген кейеү ҙә ҡамасау итмәҫ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть