11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2016 йыл, 12:10

Республика хужалыҡтары 491 миллион һумлыҡ 47 мең тонна иген һатҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2015 йылдың ноябрь айынан бөгөнгә тиклем Башҡортостан хужалыҡтары дәүләт интервенция фондына 491 миллион һумлыҡ 46 710 тонна былтырғы ашлыҡ һатҡан. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ведомствоның аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, аграрийҙар 186,9 миллион һумлыҡ 17 145 тонна өсөнсө класлы бойҙай, 296,2 миллионға — 28 485 тонна дүртенсе класлы бойҙай, 8 миллионға — 1080 тонна өсөнсө класлы арыш һатҡан.  

Кисә Ауырғазы районының «Уңыш», Шишмә районының «СХП Нерал — Шишмә» һәм Туймазы районының «СХП Нерал — Матрикс» хужалыҡтары интервенция фондына 89,073 миллион һумлыҡ 8370 тонна иген тапшырған. Шуның 4050 тоннаһы — 44 145 мең һумлыҡ өсөнсө класлы бойҙай, 4320 тоннаһы — 4928 меңгә дүртенсе класлы бойҙай.