4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2016 йыл, 11:32

Баш ҡалала «Хоҡуҡ. Эшҡыуарлыҡ. Дәүләт» Дөйөм Рәсәй форумы үтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 29 ғинуарҙа Өфөлә «Хоҡуҡ. Эшҡыуарлыҡ. Дәүләт» Дөйөм Рәсәй форумы илдә третей судын үҫтереү мәсьәләләренә арналған ғәмәли конференция менән асылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына форумдың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Столыпин клубы ултырышы сараның төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ, унда билдәле политологтар һәм иҡтисадсылар ҡатнаша. Иғтибар үҙәгендә — «Иҡтисади үҫеш. Төбәк аспекты» темаһы. Форумдың программаһында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титовтың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашыуы ҡаралған.

Сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында эксперт һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһе — Рәсәй Эшҡыуарҙар һәм сәнәғәтселәр союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Рәсәй терәге» һәм «Эшлекле Рәсәй», ил Хөкүмәте һәм башҡа ведомство вәкилдәре, Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәштәре, шулай уҡ политологтар, киң мәғлүмәт саралары бар.