6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2016 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов «Ростех» авиация комплексының Өфөләге предприятиеларында булды

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән бергә «Өфө агрегат етештереү берекмәһе», «Молния» Өфө ғилми-етештереү предприятиеһы» һәм «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» акционер йәмғиәттәре эшмәкәрлеге менән танышты.

«Өфө агрегат етештереү берекмәһе»нең генераль директоры Леонид Лузгин 80 йыллыҡ тарихы булған предприятиеның генераторҙар, самолеттарҙың бөтә төрҙәре өсөн автоматик һәм электрон ҡабыҙыу системалары, электр двигателдәре, электр насостары, электр селтәрен һаҡлау автоматтары эшләү менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов Өфө агрегат етештереү берекмәһенең электрон блоктарҙы һәм электр машиналарын быуынлап йыйыу, үҙгәрткестәр цехын ҡараны. Предприятиеның продукцияһы тураһында һөйләгәндә республика Башлығы 3D-прототиплау технологияларының байтаҡ инженер мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәген билдәләне.

Төбәк етәксеһе хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, уларҙың хеҙмәт шарттарын баһаланы, кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

«Молния» Өфө ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры Евгений Распопов һөйләүенсә, хәрби һәм граждандар самолеттары, вертолеттарының бөтә двигателдәрендә лә тиерлек ҡуйылған ҡабыҙыу системалары, электрон автоматика агрегаттарын эшләү, сервис хеҙмәтләндереүе – предприятиеның төп эшмәкәрлек өлкәһе. Өфө ғилми-етештереү предприятиеһы шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн агрегаттар сығара.

Рөстәм Хәмитов «Молния» Өфө ғилми-етештереү предприятиеһының конструкторҙар бюроһын, ҡабыҙыу агрегаттарын һәм электрон автоматика йыйыу цехын, тикшереү лабораторияһын ҡараны.

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы агрегаттар, гидравлик, яғыулыҡ, һауа һәм махсус фильтрҙар сығара. Генераль директор Николай Лютов һүҙҙәренсә, предприятиела етештерелгән изделиелар илдең авиация һәм аэрокосмик техникаһында киң ҡулланыла. Әлеге ваҡытта «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы импортты алмаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә, продукцияның яңы ассортиментын үҙләштерә.

Рөстәм Хәмитов фильтр, ярҙамсы газ һәм турбина двигателдәрен йыйыу цехтарын, һынау станцияһын, ҡорамалдар цехын ҡараны, шулай уҡ предприятие тарихы музейының экспозицияһы менән танышты.

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһында «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиеларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.

– Ике көн дауамында авиация комплексы предприятиеларында эшләйбеҙ. Улар республика, баш ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Оҙатылған продукцияның күләме – яҡынса 84 миллиард һум. Был – республика күрһәткесенең биш проценты. Предприятиеларҙа 32 мең кеше хеҙмәт итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күп нәмә һеҙҙең нисек эшләүегеҙгә бәйле. Бөгөн бының өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Ошо һәр мөмкинлектән файҙаланыу мөһим. Финанстар, ресурстар, импортты алмаштырыу, техника, төрлө яңыртыу программалары бар. Бергәләп эшләйәсәкбеҙ.