4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2016 йыл, 17:15

Быйыл февралдә республикала капиталь ремонт буйынса компенсация түләү тураһында закон ҡабул ителә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылдың февралендә Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә бәйле сығымдар өсөн компенсация биреү тураһында закон ҡабул ителә.

Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте тейешле закон проектын әҙерләгән. Февралдә Дәүләт Йыйылышы законды ҡабул итергә тейеш. 2016 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙың айырым категорияларына компенсация түләнәсәк.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙең 80 йәштән өлкән кешеләрҙе капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат итергә хоҡуҡлы булыуы тураһында законды хупланы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.