Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә туғыҙ балаға «сусҡа киҙеүе» диагнозы ҡуйылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 20 сирлегә «сусҡа киҙеүе» диагнозы ҡуйылған, улар араһында туғыҙ бала бар. Ауырыусылар Өфөлә, Учалыла, Белоретта, Күмертауҙа йәшәй. Бөгөнгө көндә бөтә пациенттар ҙа дауаланыу үтә. Дүртәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта, ҡалғандарыныҡы ҡәнәғәтләнерлек, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.

Эпидемия февраль айында көтөлә. Әммә «Нисә кеше сирләйәсәк?» тигән һорауға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, республика бындай хәлгә әҙер: вирусҡа ҡаршы кәрәкле препараттар һатып алынған, стационарҙарҙа ай ярымға етерлек дарыуҙар, пневмония менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар бар.

«Стационарҙарҙа грипп менән сирләмәһендәр өсөн уҙған аҙнала дауалау учреждениеларына сикләү режимын индерергә тәҡдим иттек, — тине Эльза Сыртланова. — Беҙ АH1N1 киҙеүенә ҡаршы нисек көрәшергә кәрәклеген беләбеҙ, сөнки 2009 йылда республикала бик күп кеше ауырыны. Әлеге ваҡытта 1,5 мең койка-урын булдырылған. Кәрәк булһа, уларҙың һанын 3,5 меңгә еткерергә әҙербеҙ».

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, 70 кешелә «сусҡа киҙеүе»нең билдәләре асыҡланған, әммә 20-һендә генә ошо сир раҫланған.

Киҫкен респиратор вируслы инфекция, грипп буйынса эпидемик сик артмаған, ул 15 проценттан да түбәнерәк, ләкин ауырыусылар күбәйә.

Көҙ көнө республикала йәшәүсе 1 миллион 169 мең кеше прививка яһатҡан. Был — халыҡтың 29 проценты. Әйткәндәй, әлеге көндә «сусҡа киҙеүе» диагнозы менән дауаханала ятҡан пациенттарҙың береһенә лә прививка яһалмаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть