10 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2016 йыл, 15:36

Башҡортостан яратҡан йырсыһы Вәсилә Фәттәхованы һуңғы тапҡыр алҡышланы

фото: Шамил Вәлиев | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында популяр йырсы Вәсилә Фәттәхова менән хушлашыу тантанаһы уҙҙы. Танылған йырсыны һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары һәм Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Татарстандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән уның ижадын һөйөүселәр килде.

Хушлашыу сараһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, «Радус» продюсер үҙәгенең генераль директоры Радмир Усаев, билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

«Бөгөн беҙ башҡорт халҡының лайыҡлы ҡыҙын, ауыр минуттарыбыҙҙа моңло йырҙары менән тормошобоҙҙо биҙәгән кешене һуңғы юлға оҙатабыҙ», – тине республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Вәсилә Фәттәхова бөгөн Өфөнөң Көньяҡ зыяратындағы «Дан аллеяһы»нда ерләнә.  

Популяр йырсы, «Тыуған яҡ» хитын башҡарыусы 26 ғинуарҙа 37-се йәшендә арабыҙҙан китте. Бер ай элек уның икенсе сабыйы — ҡыҙы донъяға килде, шунан һуң ҡатмарлыҡтар башланды. Төрлө дауаханаларҙа операция үткәргәндән һуң ул Республика клиник дауаханаһында вафат булды.

Вәсилә Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Учалы сәнғәт колледжының хор бүлеген тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыған. Эстрадала танылған йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә эшләй башлай.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, ул күп йылдар эстрадала эшләне, татар һәм башҡорт телдәрендә йырланы. Йырсы моңло тауышы менән миллиондарса тамашасыны әсир итте. Вәсилә Фәттәхованың тәүге башҡарған йыры республикала ҙур популярлыҡ яуланы. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡорт, татар телдәрен белмәүселәр ҙә хәтерендә ҡалдырҙы. Ошо йыр «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестивалендә «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды, 2008 йылда «Татар йыры» халыҡ-ара фестивалендә «10 йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат булды.

темалар: юғалтыуҙар